Размер:
AAA
Цвет: CCC
Изображения Вкл.Выкл.
Обычная версия сайта
450097, г. Уфа, ул. Заводская, д.15
(347) 253-50-00 приемная,
(347) 246-03-30 регистратура,
(347) 253-96-10 детская регистратура,
(347) 253-51-00 ортопедическое отделение,
(347) 246-30-36 ЛПО платных услуг,
8 917 741 30 03 "горячая линия" АУЗ РСП
ufa.rsp@doctorrb.ru
   

Версия для слабовидящих

Bash


Автономиялы һаулыҡ һаҡлау учреждениеһының Республика стоматология поликлиникаһы.

Рәсәйҙең һәм Башҡортостан республикаһының ололарға һәм балаларға юғары квалификациялы амбулатор-поликлиник стоматологик ярҙам күрһәтеү буйынса төп махсуслаштырылған учреждениеһы булып тора.

Поликлиникала 7 булексә бар, унда 62 табип-стоматолог ярҙам күрһәтә, дауалауҙа юғары технологик ысулдар һәм хәҙерге заман инновацион материал-техник база ҡулланыла.

Диагностикалауҙа цифрлы ортопантомография, радиовизиограф һәм рентген аппараты ҡулланыла, яңаҡ-бит өлкәһенең һөйәк туҡымаһын, тештәр торошон, гайморов бөрөһөн һәм сикә-аҫҡы яңаҡ беркеткесе мөмкинлектәрен өйрәнә.

Тештең ҡаты туҡымаһын тергеҙеүҙә пломбалау материалдары һуңғы быуын нанотехнологиялар нигеҙендә ҡулланыла. Теште ағартыу, шулай уҡ микроскоп ярҙамында дауалау үткәрелә.

Ауыҙ ҡыуышлығының лайлалы тышлығына оператив ҡыҫылыу үткәреүҙә, кариестың ҡатмарлы формаһын дауалауҙа һәм тамыр каналын эшкәрткәндә диодлы лазер ҡулланыла. Теш ҡаҙнаһын ауыртыуһыҙ консерватив дауалауҙа ультразвук технологияһы – Вектор (Германия) һәм теш ҡаҙнаһының аҫтын ялтыратыуҙа Перио-фло (Швейцария), шулай уҡ пародонт туҡымаһын дауалағанда плазмолифтинг ысулы ҡулланыла.

Хәҙерге заман стоматологияһы ҡаҙаныштарының береһе булып теш имплантацияһы – протезлау ысулы тора. Ул өлөшләтә йәки тулы адентиялы тештәрҙе тергеҙеү мөмкинлеген бирә. Табип-стоматологтар тарафынан эстетик, юғары технологиялы протез төрҙәре һәм имплантлы протездар үҙләштерелде.

2018 йылдың ғинуарында поликлиникала балалар бүлексәһе асылды.

Балалар бүлексәһенең эш йүнәлеше:

-          һөт һәм даими тештәрҙе дауалау;

-          һөт һәм даими тештәрҙе алдырыу;

-          ортодонт дауалау;

-          балаларҙа теш кариесын профилактикалау.

Ортодонт кабинетында пациентарға бөтә ортодонт дауалау төрҙәре күрһәтелә. Дауалау өсөн ысҡыныусан һәм ысҡынмаусан аппаратура, шулай уҡ ололар һәм балалар өсөн преортодонтик трейнерҙар ҡулланыла.

Республика стоматология поликлиникаһы табип-ортодонттары дауалауҙың хәҙерге заман ысулдарын беләләр: Straight–wire (Стрейт вар), эджуайс техника - брекет-система, тура дуға техникаһы, лингваль техника, тарҡау Damon (Деймон) үҙаллы лигирланыу техникаһы, Н4 (Эйч Фо) системаһы – үҙаллы лигирланған брекеттар, айырыуса прогрессив һәм бөтөн брекет-системалар.

Яңаҡ-бит өлкәһендә профилактикалауҙа һәм онкологик ауырыуҙарҙы иртә асыҡлауҙа ҙур эш алып барыла.

2017 йылдың декабрендә Хөкүмәт ярҙамы һәм Башҡортостан республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан күсмә автобус базаһында беренсе “Стоматологик ярҙам” комплексы алына.

Федераль проект сиктәрендә “Беренсе медик-санитар ярҙам күрһәтеү”ҙә медицина ойошмаһының яңы моделе булдырылды. Поликлиникала пациенттарҙың көтөү ваҡытын ҡыҫҡартыу, сираттарҙы кәметеү, уңайлы мөхит тыуҙырыу өсөн һаҡсыл технологиялар индерелде.

2017 йылда “Асыҡ регистратура” проекты сиктәрендә регистратура һаулыҡтары сикләнгән граждандар өсөн асыҡ мөхит талаптарына ярашлы итеп үҙгәртелде, эске логистика һәм пациенттар ағымының маршруты билдәләнде.

Беҙҙең поликлиника ошо йүнәлештә ҙур эш башҡарҙы. Беҙ инвалидтар өсөн уңайлыҡтар булдырыу менән бер рәттән, балалар һәм ололар регистратураһының ҡабул итеү мөмкинлектәрен арттырҙыҡ.

Республика стоматология поликлиникаһы – заманса, инновацион һәм юғары технологик стоматология, балалар һәм ололар өсөн тулы спектрлы хеҙмәтләндереү үҙәге.

Беҙҙең адрес: 450097, Башҡорстостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Завод урамы, 15-се һанлы йорт

Регистратура телефоны: 246-03-30

балалар регистратураһы телефоны: 253-96-10

E-mail: ufa.rsp@doctorrb.ru


ДӨЙӨМ ЭШТӘР ТӨРӨ:

АВТОНОМИЯЛЫ ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫНЫҢ РЕСПУБЛИКА СТОМАТОЛОГИЯ ПОЛИКЛИНИКАҺЫНДА СИТ ИЛ ГРАЖДАНДАРЫНЫҢ МЕДИЦИНА ЯРҘАМЫ АЛЫУ АЛГОРИТМЫ



Бәйләнештәр:

Адрес: 450097, Башҡорстостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Завод урамы, 15-се һанлы йорт

Регистратура: 246-03-30,

балалар регистратураһы 253-96-10

E-mail: ufa.rsp@doctorrb.ru

№ п/п

Вазифа

ФИО

№ тел., факс

e-mail

1

Баш табип

Дөмәев Рөстәм Мөхәмәтйән улы

253-50-00

ufa.rsp@doctorrb.ru

2

Медицина буйынса баш табип урынбаҫары

Төхвәтуллина Дамира Нәзип ҡыҙы

253-50-00

ufa.rsp@doctorrb.ru

3

Баш бухгалтер

Шәһәлиева Гөлнара Фәрит ҡыҙы

253-96-03


4

Ойоштороу-методик бүлеге мөдире

Косенкова Елена Павловна

252-98-24


5

Кадрҙар бүлеге начальнигы

Хәсәнова Эльмира Айҙар ҡыҙы

252-98-24


6

Иҡтисади мәсьәләләр буйынса баш табип урынбаҫары

Ғәлләмов Рафил Рамил улы

253-44-44

econom.rsp@yandex.ru

7

Баш шәфҡәт туташы

Васильева Виталия Евгеньевна

253-51-13


8

Дауалау-профилактика бүлексәһе мөдире

Сәләхова Гөлсинә Әнғәм ҡыҙы

253-51-13


9

Хирургия бүлексәһе мөдире

Трофимчук Айгуль Аслямовна

253-51-13


10

Балалар бүлексәһе мөдире

Әсәҙуллина Рина Рәил ҡыҙы

253-51-13


11

1-се ортопедия бүлексәһе мөдире

Ғайнанов Алик Рәйес улы

253-51-00


12

2-се ортопедия бүлексәһе мөдире

Таран Дмитрий Евгеньевич

253-51-00


13

 Дауалау-профилактика бүлексәһенең түләүле хеҙмәттәр күрһәтеу мөдире

Хөснөтдинова Лилиә Рашит ҡыҙы

253-51-13

auz.rsp@mail.ru

 14

Матди-техник яҡтан тәьмин итеү буйынса бүлек начальнигы

Сәлимйәнов Айҙар Ирек улы

253-44-44 


15

Производство мөдире

Яценко Дмитрий Валерьевич

253-51-00




Схема:

Структураһы

1. Дауалау-профилактика бүлексәһе

2. Дауалау-профилактика бүлексәһенең түләүле хеҙмәте

3. Ортопедия бүлексәһе

4. Балалар бүлексәһе

5. Хирургия бүлексәһе

6. Ойоштороу-методик бүлек

Эш графигы:

Дүшәмбенән йомаға тиклем поликлиника 8.00 – 20.00 сәғәткә, шәмбе 8.00 – 16.00 сәғәткә тиклем халыҡты дежур табиптар ҡабул итә.

Йәкшәмбе – ял көнө.

Регистратураның телефоны: 246-03-30.

Балалар регистратураһы телефоны: 253-96-10